Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2022, 02:26

Быйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәк

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ата-әсәләр өсөн путевкалар хаҡын компенсациялау ҡаралған.

Быйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәкБыйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәк
Быйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәк

Быйыл лагерҙарҙа 400 мең бала ял итә аласаҡ. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, балалар Башҡортостанда ғына түгел, Ҡара һәм Азов диңгеҙе буйҙарында, Крымда, «Артек», «Смена» һәм «Орленок»та ла ял итәсәк.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ата-әсәләр өсөн путевкалар хаҡын компенсациялау ҡаралған.  Беренсеһе ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәре) https://privetmir.ru/register/ сайт аша ғариза биргән осраҡта Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән юллама хаҡының 70 процентын тәшкил итә. Икенсеһе - 30 процент, йәғни 5934,60 һум, https://privetmir.ru/register/ сайтында  юллама һатып алғанда  балалар кешбэгы программаһы буйынса.

Фото: www.atorus.ru

shonkar.com

Быйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәк
Быйыл Башҡортостанда 400 мең бала лагерҙарҙа ял итәсәк
Автор:
Читайте нас