Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2022, 06:54

Йәнә сүп-сар хаҡында

Рәсәй Хөкүмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы иҫәптә тотоуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһындағы ҡағиҙәне раҫланы. Башҡортостан да ошо системаға индерелә.

Йәнә сүп-сар хаҡындаЙәнә сүп-сар хаҡында
Йәнә сүп-сар хаҡында

Системала сүп-сарҙың ҡайҙа ятҡаны, йыйылғаны иҫәпкә алына; уларҙы эшкәртеү объекттары күрһәтелә; утилләштереү, зарарһыҙландырыу, шулай уҡ төҙөлгән килешеүҙәр һәм башҡалар буйынса мәғлүмәттәр урын ала. Уның менән “Рәсәй экологик операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһы эш итә. Система порталының асыҡ өлөшөнә инеп, граждандар ҙа үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ. Тимәк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелләштерелә, яңы система байтаҡ аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һаласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

#национальныепроекты#нацпроекты
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Йәнә сүп-сар хаҡында
Йәнә сүп-сар хаҡында
Автор:
Читайте нас