Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2022, 11:16

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Сабитовтар ике баланы үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алған

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр балаАтай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала

Етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында яҙыуы еңел түгел. Бөгөнгө тыныс заманда ла, үҙ ғаиләһе йылыһында йәшәй алмаған балаларҙың артыуы борсоуға һала. Шулай ҙа арабыҙҙа етемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алған изге йәндәр ҙә етерлек.

-Мин 1993 йылда Миәкә районының Туҡһанбай ауылынан килен булып төштөм. Тәүге йылдарҙа колхозда һәм мәктәп ашханаһында эшләнем. Артабан ауылдағы шәхси магазинға һатыусы булып күстем. Бер-бер артлы улыбыҙ Дамир һәм ҡыҙыбыҙ Яҙгөл тыуҙы,

уларҙы үҫтергәндә, ҡәйнәмдең (Кифая) ярҙамы ҙур булды. 18 йәше тулғас, улыбыҙҙы армияға оҙаттыҡ, ҡыҙыбыҙ ҙа мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия университетына уҡырға керҙе. Бер мәл, гөр килеп торған өйөбөҙ бушап ҡалғандай тойолдо. Ә беҙҙең йорттан бер ваҡытта ла бала-саға өҙөлмәне тиерлек: туғандарҙың балалары ла йыш ҡунаҡ ине. Уйланыҡ-уйланыҡ та, ирем менән кәңәшләшкәндән һуң, тәрбиәгә бала алырға булдыҡ, - ти, Эльвира ханым. 

Эльвира Сабитова райондағы опека һәм попечителлек бүлегендә белешеп, тейешле документтарҙы йыя башлай. Ул Өфөлә махсус курстарҙа уҡый, медицина тикшеренеүе үтә һәм  тормош иптәше Хәлил менән Ҡыңғыр-Мәнәүез балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына юл тота. Бында, ғәҙәттә, ата-әсәлек бурыстарына бармаҡ аша ҡарағандарҙың балалары тәрбиәләнә. Ҡыҫҡа ғына бала саҡтың иң вайымһыҙ осоронда, тормош рәхимһеҙлеген үҙ йөрәктәре аша үткәргән малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡараштарында моңһоулыҡ ярылып ята.

- Ул көндө хәтерләһәм, әле лә күңелем тулырға ғына тора. Бала алырға тип барғайныҡ, беҙгә ике малайҙы (бер туғандар) тәҡдим иттеләр. Бер аҙ икеләндерҙе лә, сөнки берәү генә түгел, ә икәүҙәр. Шунан уларҙы үҙебеҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайттыҡ һәм бер ай эсендә әкренләп бер-беребеҙгә эйәләштек. Был балаларҙы беҙгә ҡәҙәр ике тапҡыр ғаиләгә алып ҡарағандар, ә беҙҙең ҡабат илтеү тураһындағы уй башҡа ла инмәне, Әле улыбыҙ Марат 9-сы класты, ә Данил 7-сене тамамланы,- тип, ҡабат әсәй булыу тарихы менән уртаҡлаша Эльвира Сабитова.

Белеүбеҙсә, тәрбиәгә бала алған ғаиләләр күҙ өҫтөндәге ҡаш кебек. Һәр ваҡыт дәүләттең дә, ябай халыҡтың да күҙәтеүе аҫтында торалар. Уларға ҡарата мәнәсәбәт тә төрлөсә. Кемдер изгелекле булыуҙарына һоҡланһа, икенселәр аҡса ҡоло булыуҙа ғәйепләй.

- Төрлө саҡтар була, әммә үҙ-ара килешеп йәшәргә ынтылабыҙ. Үҙебеҙ электән үк мал-тыуарҙы күп аҫрайбыҙ, малайҙарҙы эшкә өйрәтеп үҫтерәбеҙ, - ти, балалар өсөн ҙур яуаплылыҡ тойған Сабитовтар. - Тәүге йылдарҙа йәйгеһен малайҙарҙы лагерға ебәргеләнек, әммә унда булғандан һуң, холоҡтары үҙгәреүен күреп, шифахана йәки профилакторийға ғына ебәрергә булдыҡ. Бер нисә йыл элек икеһе лә Октябрьский янындағы “Росток”та ял иттеләр.

Ете йыл элек Сабитовтарҙың йортона тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан Марат менән Данил инде ғаиләнең тулы ағзаһына әүерелгән. Был йылдарҙа үҙҙәренең улдары Дамир ауыл ҡыҙы Сәрбиназға өйләнеп, ғаиләләре бермә-бер артҡан. Бөгөн бер ҡыйыҡ аҫтында һигеҙ кеше йәшәй, өс йәшлек Сабина менән кескәй Морат йортарының бер биҙәге.

Ауыл кешеһенең эше иртә таңдан башланып, киске эңер төшкәнсе дауам итә. Ғаиләлә олоһонан алып малайҙарға тиклем һәр кемдең үҙ бурысы билдәләнгән, сөнки хужалыҡтан башҡа ҙур ғаиләне туйындырып булмай. Ир-егеттәр техника, мал-тыуар тирәһендә ҡайнашһа, Эльвира килене менән ҡош-ҡорт ҡарай, йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе бергәләп башҡара.

Ә инде фермер хужалығы алып барғанда бигерәк тә. Сабитовтар ике йыл инде игенселек менән шөғөлләнә, быйыл 200 гектар майҙанда көнбағыш, бойҙай, арпа һ.б. культуралар сәскәндәр. Апрель айында фермер Хәлил Риф улы Бикҡол ауыл шәхси транспортҡа дәүләт техник күҙәтелеүе үткәргәндә “Иң яҡшы трактор” өсөн диплом менән бүләкләнһә, Эльвираға ла район күләмендәге ҡатын-ҡыҙҙар йыйынында “Ауыл хеҙмәтсәне-2022” номинацияһында билдәләнгән.

Көндәре төрлө мәшәҡәттәр менән үтһә лә, кисен бар ғаилә бер булып түңәрәк табын артына ултырғанда, һөйләшер һүҙҙәре, киләсәккә пландары күп уларҙың. Марат менән Данилдың үрнәк алырҙай апай-ағалары, йылытыусы, ҡурсалаусы яҡын кешеләре яндарында ғына.

Ләйлә Ғүмәрова.  

 

 

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Автор:Гумерова Л
Читайте нас