Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2022, 11:46

Ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡ

Комплекста 55 яңы эш урыны булдырыласаҡ.  

Ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡАуыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡ
Ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡ
Башҡортостанда Бөрө районы территорияһында иген һәм йәшелсә культураларын үҫтереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса производство комплексы төҙөү планлаштырыла. «Азамат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үткәргән инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Тейешле бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.
- Был проект республиканың социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәренә ярашлы башҡарыла. Уны тормошҡа ашырыу Бөрө районы өсөн көнүҙәк булып тора, сөнки ауыл хужалығы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, файҙаланылмаған ер участкалары менән бәйле мәсьәләне хәл итәсәк, яңы эш урындары булдырасаҡ, урындағы бюджеттың килемен арттырасаҡ. Бынан тыш, производство булдырыу төбәктәге ауыл хужалығы продукцияһы импортын алмаштырыу процесына булышлыҡ итәсәк. Проектҡа инвестициялар күләме 811,3 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип хәбәр итте Рөстәм Моратов.
Инвестиция проекттары тормошҡа ашырыу сиктәрендә һуғарыу системан төҙөү, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу, уны хужалыҡ һәм хеҙмәтләндереү өсөн сервис үҙәген төҙөү күҙ уңында тота, тип  билдәләне ул. Улар ойошмаларҙың милкенә һалым буйынса ташламалар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, шулай уҡ уҡыу участкаларының сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға биреүгә дәғүә итә. Проекттар тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2022-2025 йылдар. Комплекста 55 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
 
Ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡ
Ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам буласаҡ
Автор:
Читайте нас