

Баш ҡала хакимиәте Өфөлә ҡала көнөн байрам итеүҙең нисек үтеүе хаҡында хәбәр итте. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө 15:00 - 23:00 сәғәттәрҙә үтәсәк күләмле күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Шулай уҡ концерт планлаштырылыуы тураһында хәбәр ителә, унда «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре хэдлайнерҙар буласаҡ.
Программала шулай уҡ ҡаланың хореография коллективтары ҡатнашлығында бейеү форумы, бейеү ҡуйыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Киске программала - бейеү, рэп һәм рейв фестивалдәре, шулай уҡ пляж волейболы буйынса Башҡортостан чемпионаты, футбол, стритбол буйынса ярыштар.
«Донъяға ике аҙым...» шоу-программаһы төп майҙансыҡта киске сәғәт 9-сы 30 минутта башлана. Программа ике сәғәттән тора.
Һуңынан Өфөнөң 450 йыллығы символы - һыуһарҙың презентацияһы һәм мультимедиалы музыкаль фонтан асыу күҙаллана, «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Байрам фейерверк менән тамамланасаҡ.