

Юғалған 35 йәшлек Лилиә Әхмәтшинаның танышы ГорОбзор.ру хәбәрсеһенә ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү рәүеше һәм ни өсөн уның юғалыуы мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләне. Әңгәмәсе Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындың әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барыуын белдерҙе.
«Һуңғы тапҡыр уны май уртаһында күрҙем. Ирен кеше үлтергән өсөн ҡулға алдылар. Ул балалары менән йәшәй. Ҡатын йыш ҡына күгәргән күҙ менән йөрөнө. Бүтәнсә уны күрмәнем. Моғайын, тағы ла сығып киткәндер, эскелек менән мауыға ине. Лилиә беренсе тапҡыр ғына юғалмай. Балаларын балалар йортона алмаған булһалар, моғайын, өләсәләрендәлер», - тип хәбәр итте ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 35 йәшлек Лилиә Әхмәтшинаны эҙләү эштәре бара. «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын 31 майҙа өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.
Фото: Т. Аманов