+30 °С
Болотло


Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ айырым райондарҙа ҡойма яуын һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 18-23 градус йылы.
Йәкшәмбе, 5 июндә, Башҡортостанда шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы төндә - 10-15, көндөҙ 18-23 градус йылы.
Фото: tuvest.ru
https://ye102.ru/