Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2022, 11:19

"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды

"Бөгөн Башҡортостандың батыр улы - Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы Даян Мурзинға һәйкәл астыҡ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров. 

"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды
"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды

Тарихтан беләһегеҙҙер, Даян Мурзин өсөн Гитлер ике млн марка вәғәҙә иткән. Уны "Ҡара генерал" тип йөрөткәндәр. Һәм ул саҡта 20 йәштән саҡ ҡына өлкән Башҡортостан егете фашистарҙы ҡурҡыуға һалған.

"Уның һоҡланғыс тормошо - ҡаһарманлыҡ, хәрби һәләт, Тыуған илгә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһө", - тип яҙған Радий Хәбиров.  

Таш һын "Нур" дәүләт татар театры янындағы скверға урынлаштырылды.

– Беҙҙең ғаилә һәйкәлде булдырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерә, – тине батырҙың ейәнсәре Альбина Мурзина. – Ҡартатайым ғүмерен Ватанды һаҡлауға һәм кешеләргә хеҙмәт итеүгә арнаны. Ул һуғыштың ауыр мәлдәрен, дуҫтарын юғалтыуы тураһында һөйләгәндә, үҙе өсөн дә, дуҫтары өсөн дә лайыҡлы йәшәйәсәге хаҡында әйтә ине. Был бурысты ул намыҫлы үтәне.

Фото: vk.com (Р. Хәбировтың сәхифәһенән)

ye102.ru

"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды
"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас