Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2022, 06:09

Башҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйына

Араларында аталы-уллы булғандар ҙа бар.

Башҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйынаБашҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйына
Башҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйына

"Диңгез пехотаһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты спецназы ветерандары» Башҡортостан ижтимағи ойошмаһы рәйесе һәм Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ирекле ярҙамсылар батальонын булдырыу инициаторы Алик Камалетдинов контракт буйынсаа хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында булған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон сафтарында хеҙмәт итеүгә дәғүә итеүселәр менән аралашҡан, шулай уҡ уның буласаҡ команда составы менән танышҡан.
- Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, улар профессиональ һайлап алыуҙар уҙа, - тип яҙған ул. - Буласаҡ командирҙар үҙҙәренә һайлап алыу өсөн кандидаттар менән һөйләшә.
Һайлап алыуҙың барлыҡ этаптарын да контрактка ҡул ҡуйырға әҙер булған 230-ҙән ашыу ирекле кеше уҙған. Ирекле батальон булдырыу инициаторы билдәләп үтеүенсә, күп кенә кандидаттар менән шәхсән аралаша, һәм уларҙың күбеһе патриотизм рухында хәрби хәрәкәттәрҙә һәм «Башкавдивизиянең данлы тарихында» ҡатнашырға әҙер.
Алик Камалетдинов Башҡортостан халҡының хатта ғаиләләре менән дә Рәсәй сиктәренең хәүефһеҙлеген һаҡларға әҙер булыуы тураһында белдергән.
- Район хәрби комиссариаттарының береһендә булғанда ике кандидат: атаһы һәм улы менән осраштым. Улар бергә барырға булған. Атаһы Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, улы ВДВ-ла хеҙмәт иткән, - тине ул.

фото: "собкор02.ру"

kiziltan.ru

Башҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйына
Башҡортостандан 230 кеше үҙ теләге менән Украинаға барырға йыйына
Автор:
Читайте нас