

Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Бишбүләк районында ошо яуаплы бурысты “Оҙон ғүмерлелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Әлеге ойошмала дүрт тиҫтәгә яҡын кеше хеҙмәт итә. Шулар араһынан Дания Вәлиева Өфө ҡалаһында уҙған социаль хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашҡан. Яңғыҙ әбей-бабайҙарҙың ғүмер көҙҙәрен биҙәп, тормоштарына яңы һулыш өрөүсе изге һөнәр эйәһенә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелгән.
Набережныйҙа йәшәүсе Дания Вәлиева социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә 1995 йылдан бирле эшләй. Тыумышы белән ул - Стәрлебаш районынан, Стәрлетамаҡтағы совхоз-техникумда уҡып, мал врачы һөнәрен үҙләштергән. Ләкин үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәгән: Әсҡәт Вәлиев менән яҙмышын бәйләп, беҙҙең районға күсеп килгән.
Дания Рәүис ҡыҙы яҙмыш һынауына дусар булған, яҡлауға, ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең яҡын дуҫына әйләнгән. 27 йыл был өлкәлә эшләү осоронда ул кешене аңлай, тыңлай, кәрәк саҡта йыуата белгән, тырыш хеҙмәткәр булып танылған. Уның ҡарамағында әлеге көндә барлығы 11 кеше иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе 80 йәште уҙған әбей һәм бабайҙар, береһе - бала саҡтан инвалид. Социаль хеҙмәткәр улар янына аҙнаһына ике тапҡыр йөрөй һәм төрле хеҙмәттәр күрһәтә.
Элгәре менән сағыштарғанда, хәҙер тормош күпкә еңеләйҙе. Крандан һыу ағып тора, шулай уҡ һәр йортта заман технологияларын күрергә була: кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес һ.б. Һүҙ ҙә юҡ, улар беҙҙең йәшәйешебеҙҙе еңеләйтә. Шулай ҙа беҙ әле кеше ярҙамына ла мохтаж. Айырыуса өлкән йәштәгеләр, яңғыҙҙар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр башҡаларҙан таяныс эҙләй.
Бигерәк тә коронавирус сире таралғандан бирле, күптәрҙең аралашыу даирәһе тарайҙы. Ғүмер көҙөн яңғыҙ ҡаршылаусы өлкәндәр уны дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп ала. Ә Дания Вәлиева өсөн ауыл да, унда йәшәүселәр ҙә берҙәй яҡын.
- Беҙҙең эштә социаль хеҙмәткәр генә түгел, психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Эштән бигерәк, улар аралашыуға мохтаж, күбеһенең балалары ситтә йәшәй. Кемдер үҙенең проблемалары менән уртаҡлаша, аһ-зарын һөйләй. Һәр ҡайһыһын тыңларға, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Әлбиттә, уларға барыһынан да бигерәк яғымлы һүҙ, йылы ҡараш кәрәк. Өйҙәге тейешле эштәрҙе эшләүҙән тыш, дарыуын да, магазиндан кәрәк-ярағын да һатып алып барам, утҡа-һыуға түләү квитанциялары ла ай һайын килеп кенә тора, ауырып китһәләр, тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртам, диспансеризация үтергә ярҙамлашам,- ти, өлкән йәштәгеләрҙең ышанысын һәм хөрмәтен яулаған социаль хеҙмәткәр.
Эшендә ана шундай маҡтаулы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә - өс балаһына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй ҙә. Тормош иптәше Әсҡәт менән ҡыҙҙары Гүзәл, Гөлдәр, улдары Тимурҙы аяҡҡа баҫтырып, ете ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Ә инде әбей-бабайҙар уны күптән үҙ ҡыҙҙары кеүек яҡын күрә. Бындай ихтирамды, әлбиттә, ихласлығы, намыҫлы хеҙмәте, изге күңелле булыуы менән яулаған ул.
Социаль хеҙмәткәр хәҙер үҙе лә хаҡлы ялға сыҡҡан. Ләкин оло йәштәгеләрҙе ярҙамынан айырғыһы килмәй, һаман да йүгереп йөрөп эшләүен дауам итә.
- Беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, ололар менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙы яратыу мөһим. Әлеге мәлдә отпускыламын, үҙем ҡараған әбей-бабайҙар минең ялдан сыҡҡанды көтөп алалар, - ти, Дания Рәүит ҡыҙы. – Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн шатмын. Һәр кемгә хәйерле ҡартлыҡ, яҡындарының күңел йылыһын тойоп йәшәүен теләйем.
Ләйлә Ғүмәрова.