+12 °С
Болотло
Башгидромет етәксеһе биллдәләүенсә, байрам көндәрендә лә йылы кейем, зонт һәм резина итектәр хаҡында онотороға ярамай. Сөнки ҡоро һәм йылы һауа торошо көтөлмәй.
- Республиканың байтаҡ райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төнъяҡ- көнбайыштан. Һауа температураһы төндә 8-13 градус йылы, көндөҙ аяҙытҡанда 17-22 градусҡаса йылыта. 12 июнь, ҡала көнө иң һалҡын көндәрҙең береһе буласаҡ. Төндә һауа температураһы 7-12 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ 14-19 градус йылы. Урыны менән ямғыр. Әммә 14 июндән көндәр йылыта, ямғырҙар ул тиклем дә йонсотмаясаҡ.