Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь , 15:09

Иртән — иҫәп-хисап эше, кисен — торттар

Дим ауылынан Светлана Кәрәева аҙыҡ-түлек магазинында бухгалтер иҫәбен алып бара, ә буш ваҡытында кондитер әйберҙәре бешерә

Иртән — иҫәп-хисап эше, кисен — торттар
Иртән — иҫәп-хисап эше, кисен — торттар

Светлана Туймазы юридик колледжында, Башҡорт кооператив техникумында уҡый hәм уҡыуының барлыҡ этаптарын да ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Бер йыл Бишбүләк йәмәғәт судында эшләй. Дим ауылы егетенә кейәүгә сыға.

— Белемем буйынса мин — юрист hәм бухгалтер, ә былай  — бик ижади кеше, — тип аңлатма  бирә Светлана. — Социаль селтәрҙәрҙә  осраҡлы рәүештә бер ҡыҙҙың торт рецептары һата торған посына тап булдым. Һатып алып, бешерә башланым. Беренсе тортты иремдең тыуған көнөнә бешерҙем. Ҡунаҡтар һыйҙан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Уңышлы дебюттан һуң Светлананан туғандары hәм таныштары байрамдарға үҙҙәренә лә ошондай татлы ризыҡ бешереп биреүҙе һорай. Бындай үтенестәр Светланаға уның дөрөҫ юлда булыуына ышаныс бирә, үҙ оҫталығын яҡшыртырға ярҙам итә. Светлана үҙ белемен арттырыу өҫтөндә эшләй башлай: тематик сайттарҙа мәғлүмәт  өйрәнә, профессиональ кондитерҙар төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәргән видеороликтар ҡарай, социаль селтәрҙәрҙә үҙ ижадын һүртәләүсе тәжрибәле оҫталарға һорауҙар бирергә оялмай — ҡыҫҡаһы, бөтә мөмкин булған мәғлүмәтте губка кеүек үҙенә һеңдерә. Бер ваҡыт өлгөрөп етә — үҙе ижад итергә ынтыла башлай. Уның өйрәнеү осоронда ғаиләһе күпме татлы ризыҡ тәмләп ҡарай! Ә шунан башҡа бер нисек тә булмай, ҡулды шымартыр өсөн кемдер кәрәк бит.

— Бала саҡтан уҡ төрлө тәм-том бешерергә яраттым: печенье, манник, пирог, хәйер, мәктәп йәшендә тортҡа ҡәҙәр үк барып етмәһәм дә, өйҙәгеләрҙе хеҙмәт емештәрем менән бик теләп һыйланым. Шуны һиҙҙем, көндәлек беренсе hәм икенсе ризыҡтар әҙерләгәнгә ҡарағанда, тәм-том бешереүҙән күберәк кинәнес табам, — тип һөйләй Светлана.

Светлана үҙенең һәр тортына бик етди ҡарай: башта концепцияны ентекләп уйлай, ҡайһы берҙә уларҙы заказ биреүсегә күрһәтеү өсөн интернеттан ала hәм әҙер тортты баһалауҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Һәр торт ҡабатланмаҫ, оҫта ике бер төрлө, шундай уҡ экземпляр яһай  алмай. Бер торт яһауға өс-дүрт көн ваҡыт китә.

— Бешереү процесына ҡәҙәр концепция булырға тейеш, hәм ингредиенттарҙы һайлап алырға, унан һуң ҡамыр баҫыла, hәм һуңынан ғына эш бешереүгә барып етә. Бешкәс, корждарҙы һыуытҡыста оҙаҡ тоторға кәрәк — торт тәмлерәк була, hәм шунан һуң ғына уны йыйыу башлана, — ди Светлана.

Светлана фекеренсә, тәмле торттың иң мөhим шарттарының береһе — уны бар күңелеңде биреп әҙерләү. Тик кондитер «Яҡты юлдан» уҡыусылары менән уртаҡлашҡан техник серҙәре лә бар:

— Тәмле бисквит килеп сыҡһын өсөн, уны рецепт буйынса ғына яһарға кәрәк. Ингредиенттарҙы айырым ҡабартырға, тип яҙылған булһа, уларҙы айырым ҡабартырға кәрәк, үҙең теләгәнсә бер нимә лә ҡушырға ярамай. Бисквитлы корж, бешергәндән һуң уны духовкала һыуынырға ҡалдырһаң, унан һуң аҙыҡ пленкаһы менән тoрөп, һигеҙ сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйһаң, үҙенең тәмен һаҡлай hәм ҡоро булмай. Ә йомортҡаны миксер менән, әкренләп тиҙлекте арттырып, туғларға кәрәк.

Карина ПАВЛОВА.

Фото Светлана Кирәеваның шәхси архивынан.

Иртән — иҫәп-хисап эше, кисен — торттар
Иртән — иҫәп-хисап эше, кисен — торттар
Автор:
Читайте нас в