Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2022, 02:37

Оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкин

Пособиены нисек юлларға? Тағы кемде тәрбиәгә алырға була?

Оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкинОло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкин
Оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкин

Үҙмәшғүл, оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, пособие рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Әммә был Пенсия фондына ирекле страховка иғәнәһе түләмәгән осраҡта ғына мөмкин. - Пособиены нисек юлларға? * Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетығыҙға инегеҙ: pfr.gov.ru. * Төп биттә хеҙмәттәр теҙмәһен күрерһегеҙ - һеҙгә «Социаль түләүҙәр» бүлеген табырға кәрәк. * Исемлектәге ике пунктты һайлағыҙ: эшкә һәләтһеҙ гражданды тәрбиәләү буйынса компенсация тәғәйенләү һәм уның янында - тәрбиәгә алыуға ризалыҡ. * Ике ғаризаны ла тултырығыҙ һәм ҡарарҙы көтөгөҙ. * Түләү тәғәйенләнгәс, белдереү ҡағыҙы шәхси кабинетҡа киләсәк. - Түләүҙең күләме ниндәй? Субсидия ай һайын 1200 һум тәшкил итә. Ул тәрбиәгә алыныусыға пенсияһы менән бергә киләсәк. - Тағы кемде тәрбиәгә алырға була? Үҙмәшғүл кеше инвалидты, шул иҫәптән инвалид баланы ҡарау буйынса компенсация алыу мөмкинлегенә эйә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкин
Оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, аҡсалата ярҙам алырға мөмкин
Автор:
Читайте нас