Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь , 19:43

Бюджет урындары артҡан

Быйыл республика вуздарына бюджетҡа 13 465 абитуриент ҡабул ителә

Бюджет урындары артҡан
Бюджет урындары артҡан

Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башлана һәм 27 июлгә тиклем дауам итә. Рәсәй вуздарында һәм уларҙың филиалдарында ҡабул итеү кампанияһы шул уҡ ваҡытта ойошторола. Рәсәйҙә бюджет урындары бөтә ерҙә лә арттырылды, уларҙың 73 проценты төбәк вуздарына бирелә. Сығарылыш уҡыусыларының 64 проценттан ашыуы бюджет урындарына уҡырға инергә мөмкин, бөтәһе 588 044 урын бар.

Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һүҙҙәренсә, 2022/2023 уҡыу йылында Башҡортостан вуздары 13 465 бюджет урынына абитуриенттар ҡабул итә (бакалавриат, специалитет һәм магистратура).

«Инженер, педагог һөнәрҙәре буйынса урындар күп», — тип өҫтәне ул.

Рәсәй Федерацияһында ла күпселек бюджет урындары инженер, педагогия һәм медицина һөнәрҙәренә бүленгән. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, сентябрҙән инженер һөнәренә 245 меңгә яҡын кеше уҡый башлай, педагогия буйынса 75 меңдән ашыу урын ҡаралған. Йәмғиәт һәм медицина фәндәренән — 68 меңдән ашыу һәм 54,7 мең урын.

«Быйыл абитуриенттар документтарын шәхсән, почта аша һәм университеттың сайтында йәки «Вузға онлайн уҡырға инеү» суперсервисында электрон формала бирергә мөмкин», — тип өҫтәне Чернышенко.

Һанап үтелгән һөнәр вәкилдәре импортты алмаштырыуҙы тиҙләтеү һәм илдең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫеше өсөн кәрәк.

https://www.bashinform.ru

Бюджет урындары артҡан
Бюджет урындары артҡан
Автор:
Читайте нас в