Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Июнь , 17:37

Баҡса еләгенә сүпрә һыуы һибегеҙ!

Еләктәр бешә башланымы? Улар эре һәм тәмле булһын өсөн туҡландырырға онотмағыҙ.  

Баҡса еләгенә сүпрә һыуы һибегеҙ!
Баҡса еләгенә сүпрә һыуы һибегеҙ!

Баҡса еләге ап-аҡ сәскәлә ултырғанда фунгицидтар, инсектицидтар ҡулланырға, уларҙы химик ашламалар менән туҡландырырға ярамағанын барыһы ла яҡшы белә. Барлыҡ яҡлап та файҙалы, экологик яҡтан  таҙа уңыш алыу өсөн химик ашламаларҙан баш тартып, ҡул аҫтындағы зарарһыҙ, ябай әйберҙәрҙе ҡулланырға була. Мәҫәлән, баҡса еләген икмәктән киптерелгән сохари һәм сүпрә һыуы менән туҡландырыу бик килешә. Бының өсөн ҡайһы бер баҡсасылар ҡалған икмәк киҫәктәрен күпләп киптерә. Алдан алып ҡуйған сүпрәне иһә туңдырғыста һаҡлайҙар.

Еләктәрҙе туҡландырыу өсөн икмәк кеүәҫен былай әҙерләйҙәр: бер силәк һыуға (10 литр) 2 килограмм самаһы сохари һалып, 3-4 көнгә йылы урынға әсетергә ҡуялар. Әҙер кеүәҫте яҡшылап бутағас, һөҙмәйенсә генә һәр 10 литр таҙа һыуға яртышар литр ҡушалар. Әҙер ашламаны һәр төпкә яртышар литр самаһы һибәләр.

Икенсе төрлө ашлама әҙерләү өсөн 0,5 кг пресланған сүпрәне 10 литр йылымыс һыуҙа болғата-болғата эретәбеҙ. Һәр 10 литр таҙа һыуға яртышар литр эремәне ҡушып, еләк төптәренә һибеп сығабыҙ. Баҡса еләген бындай ашлама менән өс тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Беренсе тапҡыр туҡландырыу эштәрен яҙ көнө, ҡороған еләк япраҡтарын таҙартҡандан һуң башҡаралар. Ер ҡоро булһа, ашлама менән туҡландырыу алдынан һыу һибергә кәрәк.
Икенсе тапҡыр туҡландырғанда икмәктән яһалған кеүәҫте ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Был эште еләктәр сәскәгә йомарлана башлағас та йәки сәскә атҡанда башҡаралар. Өсөнсө туҡландырыуҙы еләктәр бешә башлағанда үткәрәләр. Бында йәнә сүпрә эремәһе ҡулланырға мөмкин.

Баҡса еләктәрен бындай ябай ашлама менән туҡландырыусы баҡсасылар бер ҙә отолмай, киреһенсә, мул уңыш алып һөйөнәләр. Еләк япраҡтары – ҡуйы йәшел төҫтә, ә еләктәре эре һәм тәмле була.

Фото: gusiyabloni.com

kiziltan.ru

 

Баҡса еләгенә сүпрә һыуы һибегеҙ!
Баҡса еләгенә сүпрә һыуы һибегеҙ!
Автор:
Читайте нас в