Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Июнь , 17:42

Мотоблокта йөрөү өсөн дә "права" кәрәк!

Бәләбәйҙә мотоблок ҡатнашлығында үлем менән тамамланған юл-транспорт һәләкәте булған.  

Мотоблокта йөрөү өсөн дә "права" кәрәк!
Мотоблокта йөрөү өсөн дә "права" кәрәк!

Бәләбәй районында бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған.
Барыһы ла 11 июнь кисендә булған, урындағы полиция бүлегенә Гусаркино ауылы күпере аҫтында мәйет табылыуы тураһында хәбәр килгән. "Сара" йылғаһы аша һалынған күперҙә 61 йәшлек урындағы кеше, "Huter "мотоблогы менән идара итеп, күпер ситенә килеп төшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булған.
Ирҙең машина йөрөтөү хоҡуғы булмауы асыҡланған. Билдәле булыуынса, ир күршеһенең мотоблогы менән идара иткән һәм, урындағы халыҡ әйтеүенсә, спиртлы эсемлек ҡулланған булған.
Әлеге факт буйынса тикшереү үткәрелә. Ҡайһы бер экспертизалар билдәләнгән.
Фото: "Управление ГИБДД МВД по Республике Башкортостан" сайтыннан.

kiziltan.ru

Мотоблокта йөрөү өсөн дә "права" кәрәк!
Мотоблокта йөрөү өсөн дә "права" кәрәк!
Автор:
Читайте нас в