Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь , 11:36

Колледждарға һәм техникумдарға уҡырға ингәндә льготалар тураһында закон проекты ҡабул ителде

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе һүҙҙәренсә, уҡырға ҡабул иткәндә социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға өҫтөнлөк бирелә.

Колледждарға һәм техникумдарға уҡырға ингәндә льготалар тураһында закон проекты ҡабул ителде
Колледждарға һәм техникумдарға уҡырға ингәндә льготалар тураһында закон проекты ҡабул ителде

Дәүләт Думаһы пленар ултырышта граждандарҙың льготалы категорияларына урта профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡырға инеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

«Закон проекты граждандарҙың социаль яҡланмаған  категорияларына ҡарата хоҡуҡи ғәҙелһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Ул етемдәр, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балаларына ла ҡағыла. Әле уларҙың вуздарға ғына федераль бюджет иҫәбенә өҫтөнлөклө рәүештә уҡырға инеү хоҡуғы бар», —  тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, социаль яҡтан яҡланмаған 13 категория техникум һәм колледждарға льготалы уҡырға инеү хоҡуғына эйә була.

https://www.bashinform.ru

Колледждарға һәм техникумдарға уҡырға ингәндә льготалар тураһында закон проекты ҡабул ителде
Колледждарға һәм техникумдарға уҡырға ингәндә льготалар тураһында закон проекты ҡабул ителде
Автор:
Читайте нас в