+30 °С
Болотло


Өфөнөң 450 йыллығына күп ҡалманы. «Әр-Рәхим» мәсете тирәләй йәнә һүҙ ҡуйыртыла. Баш ҡаланың яңы мэры, мәсет юбилейға тиклем мотлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш, тигәйне. Сараһын табырға тырышыуын белдерҙе ул.
Яңыраҡ «Алтын ҡурай» компанияһы директоры Илдар Ишәев Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты вәкилдәре менән осрашҡан. Илдар Ишәев һүҙҙәренсә, Диниә назараты мәсетте төҙөп бөтөргә әҙер.
«Улар әҙер булыуын белдерҙе, аҡса бар. Мин банк белешмәһен һорағайным. Улар йылмайҙы һәм осрашыу билдәләргә ҡушты», — ти Ишәев әфәнде.