Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь , 16:42

Соль-Илецк курорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер

Ял итеү сезоны киләһе аҙнала башлана. 

Соль-Илецк курорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер
Соль-Илецк курорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер

Беҙҙең халыҡ ял итергә яратып йөрөгән урындарҙың береһе – күрше Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Соль-Илецктың Тоҙло күлдәре.

Әммә май айында курорттың асылыу ваҡыты кисектерелә, тип хәбәр иткәйнеләр. Сөнки унда күлдәр аҫтындағы ҡатламдарҙа карст процестарының активлашыуы асыҡланғайны. Белгестәр емереклектәрҙе бөтөрөү буйынса ҙур эш башҡарған, ярҙарҙы нығытҡан, гидроизоляция яһаған.

Курорт хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, бөгөн курорт асылыуға әҙер һәм ул 20 июндән ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлай.

Курорт территорияһына инеү хаҡы 300 һум буласаҡ. 7 йәшкә тиклемге балалар бушҡа үтә ала.

“Бының өсөн баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрһәтергә кәрәк. 7 йәше тулған балалар өсөн инеү хаҡы шулай уҡ 300 һум”, – ти “Тоҙло күлдәр” йәмғиәте белгесе.

Ял итеүселәр пляждағы шезлонгтар менән бушлай ҡуллана ала. Быйыл уларҙың һанын 3 меңгә ҡәҙәр арттырасаҡтар.

https://omet-rb.com/

Соль-Илецк курорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер
Соль-Илецк курорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер
Автор:
Читайте нас в