Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь , 11:52

“Трибунал” сайты эшләй башланы

Был  сайтта Украина неонацистарының енәйәттәре тураһында материал йыйыласаҡ.

“Трибунал” сайты эшләй башланы
“Трибунал” сайты эшләй башланы

Украина биләмәһендә Украина боевиктары ҡылған енәйәттәр тураһында материалдар “Трибунал” сайтында баҫыласаҡ. Интернет-ресурс журналисы һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Марина Әхмәтова был хаҡта мәғлүмәтте бер урында туплауҙың һәм йыйылған мәғлүмәт менән һәр теләгәндәргә танышырға мөмкинлек биреүҙең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне. Шулай итеп, Украина яғынан күп һанлы фейктарға ҡаршы “кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт” еткерергә мөмкин буласаҡ.

“Трибунал” баҫмаһы журналистары үҙҙәре Донецкиҙа, Мариуполдә, Волновахта һәм башҡа тораҡ пункттарҙа енәйәт эшенең шаһиты булған. Улар атыу урындарына барып, урындағы халыҡ менән аралашҡан, барған хәлдәрҙе камераға төшөргән. Йәмәғәтселәр һәм журналистар йыйылған досьены халыҡҡа еткерергә ваҡыт етте, тип ышана. Кешеләр Украина неонацистарының 2014 йылдан алып ЛНР һәм ДНР-ҙа башҡарған енәйәттәре тураһында белергә тейеш.

“ “Трибунал” сайты Рәсәй Йәмәғәт палатаһы булышлығында эшләй башланы. 2022 йылдың март башында палата ағзалары Халыҡ-ара йәмәғәт трибуналын булдырыу тәҡдимен индерҙе. Уға донъяның төрлө илдәренән хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм журналистар инде. Маҡсаты – хәрби енәйәттәрҙең таныҡлыҡтарын йыйыу, уларҙы халыҡҡа еткереү һәм ошо дәлилдәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыу.  Халыҡ-ара йәмәғәт трибуналы 300-ҙән ашыу шаһиттан, Украина хәрби көстәренән һәм милләтселек батальондары ҡулынан зыян күргәндәрҙән һорау алған. Хәҙер иҫбатлау базаһы “Трибунал” интернет-ресурсы журналистарының материалдары менән дә тулыланасаҡ.

https://oskon.info

Автор:
Читайте нас в