Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь , 06:07

Водитель таныҡлығын алыуға талаптар ҡатылана

Эске эштәр министрлығы ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләр әҙерләгән дә инде.

Водитель таныҡлығын алыуға талаптар ҡатылана
Водитель таныҡлығын алыуға талаптар ҡатылана

Рәсәйҙә 2023 йылдың 1 сентябренән водитель таныҡлығының D категорияһын биреүгә талаптарҙы ҡатыландырыуҙары, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандарына водитель таныҡлығын Рәсәйҙекенә алмаштырырға мәжбүр итеүҙәре ихтимал. Был турала юридик фәндәр докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Иван Соловьевҡа һылтанма менән «Прайм» яҙа.

Уның һүҙҙәренсә, Эске эштәр министрлығы ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләр әҙерләгән дә инде. Атап әйткәндә, улар бер йылдан кәм булмаған еңел йәки йөк автомобиле йөрөтөү тәжрибәһенә эйә водителдәрҙең генә ошо категорияға инеү хоҡуғын күҙ уңында тота. Хәҙер автобус менән идара итеү хоҡуғын, водитель стажына ҡарамаҫтан, һәр кем алырға мөмкин.

Бынан тыш, Эске эштәр министрлығы сит ил граждандарына Рәсәй Федерацияһында йәшәүгә рөхсәт алғандан һуң йыл дауамында милли водитель таныҡлығын Рәсәйҙекенә алмаштырырға ҡуша. Таныҡлыҡты алмаштырыу медицина тикшереүен һәм йөрөтөү оҫталығын тикшереүҙе үҙ эсенә алған бер нисә процедураны күҙ уңында тота.
 
Иван Соловьев шулай уҡ таныҡлығы булмаған иҫерек водителдәрҙең административ яза срогы тамамланғансы имтихан тапшырыуын тыйыуҙы күҙ уңында тотҡан башланғысты хупланы. Юрист был ҡарарҙы «ғәҙел» тип атаған.
 
«Дөйөм алғанда, был төҙәтмәләр тормош менән бәйле, ә ҡайһы берҙәре автоһәүәҫкәрҙәрҙең бик күп мөрәжәғәттәре нигеҙендә әҙерләнгән», - тине Иван Соловьев.
Водитель таныҡлығын алыуға талаптар ҡатылана
Водитель таныҡлығын алыуға талаптар ҡатылана
Автор:
Читайте нас в