+30 °С
Болотло


Ағиҙелдә 55 йәшлек ир үҙенең граждан ҡатынының телефонын тикшерергә булған. Унда ул янъялға сәбәпсе булған билдәһеҙ номерҙы күрә. Ир балалар алдында пневматик пистолет алған һәм һауыт-һабаға ата башлаған. Ҡатыны уларҙың ярсыҡтарын йыйырға уйлағас, уға бер нисә тапҡыр атҡан. Балаларҙың береһе ҡурҡышынан күршеләренә йүгергән. Улар полиция саҡыртҡан. Ҡатындың аяғы яраланған, табиптар уға ярҙам күрһәткән. Билдәле булыуынса, ир быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Хәҙер уға ике йылға тиклем төрмә янай.
Фото: Т. Аманов