Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2022, 14:13

Сикләү режимы оҙайтылды

Рәсәйҙә 11 аэропортҡа осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимы 2022 йылдың 12 июленә тиклем оҙайтылды. Был турала Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сикләү режимы оҙайтылдыСикләү режимы оҙайтылды
Сикләү режимы оҙайтылды

Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттарына осоу ваҡытлыса тыйылды.

Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙарҙы Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса ташырға тәҡдим ителде.

Илдең башҡа аэропорттары ғәҙәттәгесә эшләй.

Аэропорттар һәм авиакомпаниялар эшендәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәтте уларҙың рәсми сайттарында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Сикләү режимы оҙайтылды
Сикләү режимы оҙайтылды
Автор:
Читайте нас