

Өфөнөң 160-сы лицейын тамамлаған Аэлита Воробьева — Башҡортостандан быйыл ҡытай теле буйынса БДИ тапшырған берҙән-бер 11-се класс уҡыусыһы. Ҡыҙҙың һөҙөмтәләре таң ҡалдыра — 93 балл!
— Ата-әсәйем 12 йыл элек Ҡытайҙа булған. Уларҙа был ил ҙур тәьҫораттар ҡалдыра, шуға күрә атайым, һис шикһеҙ мин был телде өйрәнергә тейеш тип ҡарар иткән. 3-сө класта уҡ телде өйрәнә башланым, — тип һөйләгән “Башинформ” агентлығына Аэлита.
9-сы класта уҡығанда ҡыҙ мәктәп уҡыусыларының ҡытай теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнаша. Мәктәп һәм муниципаль этаптарҙы үтеп, төбәк этабына сыға. Ҡытай теле буйынса олимпиадала был уның беренсе тәжрибәһе була һәм ул призерҙар исемлегенә керә.
Аэлита һөйләүенсә, 9-сы класта ул “Мәктәп эскәмйәһенән эшҡыуарлыҡ” төбәк проектында ҡытай телен уҡытыу буйынса бизнес-план менән ҡатнашҡан, унда ла беренсе урынды алған. 10-сыла уҡығанда ул әнни-тикшеренеү эше алып бара, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ҡатнашып, төбәк дәрәжәһендә еңеүсе була, ләкин йомғаҡлау этабына сыға алмай. Быйыл иһә Аэлита ҡытай теле буйынса төбәк этапта абсолют еңеүсе булған һәм уҡырға инеү балы буйынса йомғаҡлау этабына сыҡҡан.
Аэлита документтарын бер нисә Ҡытай юғары уҡыу йорттарына ебәргән һәм һуңыраҡ юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән әңгәмә уҙған. Сығарылыш кисәһенә ике көн ҡалғас, уға юғары уҡыу йортонан яуап килгән. Уҡыусы ҡыҙға “Халыҡ-ара сауҙа һәм иҡтисад” белгеслеге буйынса “Шанхай халыҡ-ара бизнес һәм иҡтисад университеты”на Шанхай Хөкүмәте стипендияһын алыу мөмкинлеге бирелгән.
Фото "Башинформ" агентлы
Башинформ.