Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2022, 07:39

Татарстанда пассажир теплоходы батҡан

Ғәйеплеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Татарстанда пассажир теплоходы батҡанТатарстанда пассажир теплоходы батҡан
Татарстанда пассажир теплоходы батҡан

Кисә көндөҙ, 10 июлдә, Татарстанда Волга буйлап йөрөгән пассажир теплоходы батҡан, уның бортында 34 кеше булған. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының транспорт өлкәһендәге үҙәк урындағы үҙидара идаралығының телеграм-каналы хәбәр итте.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән - кешеләр тиҙ арала ҡотҡарылған һәм катерҙар, кәмәләр менән ярға сығарылған.

Әле тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Ғәйеплеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 10 июлендә Волгала "Булгария" теплоходы батып, фажиғәлә 122 кешенең, шул иҫәптән 28 баланың ғүмере өҙөлгәйне. 

https://www.bashinform.ru

Татарстанда пассажир теплоходы батҡан
Татарстанда пассажир теплоходы батҡан
Автор:
Читайте нас