Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2022, 07:41

Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...

Республикала сүп-сар полигоны янған.

Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...
Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...

Был хаҡта Мәләүез районында йәшәүселәр хәбәр итә һәм төтөн сыға торған сүплектең фотоһүрәттәрен урынлаштыра, тип яҙа сығанаҡ.

“Сираттағы йәй, сираттағы янғын! Мөрәжәғәтте уҙған йыл уҡ урынлаштырҙым, сөнки йыл һайын сүп-сарҙы яндыралар һәм шул рәүешле сүпте юҡ итәләр, әммә йылдан – йыл бер ни үҙгәрмәй”, - дип яҙа граждандар.

Мәләүез районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов янғын фактын раҫланы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәл контролдә.

"Ут таралыуҙы туҡтаттылар. Полигонда техника эшләй, яныу урынын грунт менән ҡаплайҙар", – тип аңлатҡан Хакимиәт башлығы.

Фото: ® UfaTime.ru

baltachtan.ru

 

Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...
Башҡортостанда сүп полигонына ут ҡапҡан...
Автор:
Читайте нас