

Ул РФ Енәйәт кодексының 294 матдәһенең 2 өлөшөндә ҡаралған (енәйәт эшен тикшереүгә ҡаршы тороу) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылған. Ир-атҡа ҡарата кешене урлау, һаулығына зыян килтереү, сит милеккә зыян килтереү һәм административ күҙәтеүҙән тайпылыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тикшереү изоляторында булғанда, енәйәт яуаплылығынан ҡасыу маҡсаты менән, енәйәт эше материалдары менән танышҡанда ғәйепләнеүсе 16 битте йолҡоп алған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уға 400 сәғәт мәжбүри эш рәүешендә яза билдәләгән. Һөҙөмтәлә, енәйәттәр йыйылмаһы буйынса уға ҡаты режимлы колонияла 8 йыл 6 ай ултырырға тура киләсәк.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.