Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2022, 07:07

Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр

Өй лимонады: ярты лимон, 1 литр газлы таҙа һыу, 5 ҡалаҡ шәкәр, боҙ. Лимондың һутын һығып, ҡабығын ҡырып, эсен иҙеп, кув­шинға һалып, шәкәр менән һыу­ҙы өҫтәп, яҡшылап болға­тырға. Стакандарға ҡойоп, махсус һауытта туңдырылған боҙ киҫәк­тәрен һалып эсергә.

Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәрҺыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Айран

300 мл йогурт йәки ҡатыҡ, кефир, 150 мл һыу (йәки азлы минераль һыу), укроп, петрушка, кинза, базилик, тоҙ, онталған боҙ киҫәктәре.

Йогурт менән газлы һыуҙы алдан һыуытырға. Йәшел тәм­ләткестәрҙе йыуып, салфетка менән киптереп, ваҡ итеп турарға.

Йогуртҡа газлы һыуҙы ҡойоп, ныҡ итеп туҡырға, тәменсә тоҙ, йәшел үләндәрҙе өҫтәп, стаканға ҡойғандан һуң, тултырылған һауытҡа ултыртып һыуытырға. Боҙ киҫәктәре һалып эсергә.
 
 
Төрөк лимонады
 
5 л таҙа һыу, 7 лимон, 500 –700 г шәкәр, 3 бөтнөк япрағы.

Лимондарҙы яҡшылап йыуыр­ға, орлоҡтарын алып, уртаса ҙурлыҡта үҙегеҙгә оҡшағанса турарға. Бөтнөк япраҡтарын да өҫтәп, бутҡаға әйләнгәнсе иҙер­гә. Уға һыу һалып, бер кискә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән һөҙөп, шешәләргә тултырып, һыуытҡыста һаҡларға. Шәкәрҙе эҫе һыу менән иҙә күрмәгеҙ, юҡһа лимондың әсеһе сығып, эсемлекте боҙасаҡ.
 
 
Джулеп
 
100 мл ҡара ҡарағат һуты, 80 мл ҡурай еләге һуты, 20 мл бөтнөк сиробы, дүрткел итеп туң­дырылған боҙ киҫәктәре, еләк кәрәк.

Шыйыҡ компоненттарҙы бо­калға һалып бутағас, боҙ киҫәк­тәрен өҫтәргә, еләк менән биҙәп, табынға бирергә.
 

Инглизсә коктейль

Яңы ғына бешерелгән 120 мл ҡара сәй, 150 г ҡурай еләге, онталған боҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, бөтнөк, лимон киҫәге алына.

Бокалға боҙҙо һалырға, ҡурай еләге һутын һығырға. Биҙәү өсөн бер нисә еләкте алып ҡалырға онотмағыҙ. Сәйгә шәкәр өҫтәп болғатҡас, бокалдағы боҙ өҫтөнә ҡойорға, еләк һутын өҫтәргә. Эсемлекте бөтнөк япраҡтары, лимон киҫәге, еләк менән биҙәргә.

 
 
Боҙ менән еләкле сәй
 
3 балғалаҡ ҡара сәй, 1 лимон, 2 әфлисун, еләк, бөтнөк, шәкәр, боҙ.

Цитрус емештәрҙең ҡабығын (цедра) ҡырып алырға, һутын һығырға. Бөтнөктө турап төйөргә. Ҡара сәйҙе бөтнөк, әфлисун, ли­мон ҡабығы һалып бешер­гәндән һуң, тәменсә шәкәр, һығылған һут­ты өҫтәргә. Бүлмә тем­пе­ратураһына еткәнсе һы­уыт­ҡас, боҙ киҫәктәрен һалып, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп, табынға бирергә.
 
 
Ҡарбуздан фреш

330 г ҡарбуз, 1 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.

Ҡарбуз киҫәген блендер менән иҙгәс, лимон һуты өҫтәп, бокал­дарға һалып, өҫтөн ҡарбуз телеме менән биҙәргә.
 
 

Туңдырма менән эсемлек

150 г еләк, 50 г туңдырма, бер нисә киҫәк боҙ, 1 банан.

Бананды ваҡ итеп турап, еләк һәм боҙ киҫәктәрен һалып, блендер менән иҙергә. Был ҡат­наш­маны стакан йәки бокалға һалғас, өҫтөн ҡалаҡ менән шар кеүек итеп алынған туңдырма менән биҙәргә.
 
 
 
 
Ҡурай еләге менән йогурттан смузи

200 – 300 г ҡурай еләге, 150 мл йогурт, 100 мл һөт, 1–2 ҡалаҡ бал.

Йогуртҡа һөт ҡушып, еләкте, балды һалып, блендер менән болғатырға.
Фото: tabasko.ltd
https://ye102.ru
 
Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Автор:
Читайте нас