Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2022, 11:47

Фатир отҡан!

Өфөлә йәшәүсе Венер Абдразаков "Тораҡ лотереяһында" ҡатнашып, өс миллион һумлыҡ фатир отҡан.  

Фатир отҡан!Фатир отҡан!
Фатир отҡан!

«Столото» мәғлүмәттәре буйынса, бындай уңышҡа ирешкәнсе Венер ҡатынынан яңы ай тулғанда яҙылған барлыҡ теләктәрҙең дә үтәлеү мөмкинлеге тураһында ишеткән.

«Барлыҡ ысулдар ҙа яҡшы, шуға күрә быны ла тикшерергә булдым. Дәфтәрҙә лотереяла еңергә теләйем, тип яҙып ҡуйҙым. Икенсе көндө билеттарҙы «Столото» сайтында һайланым. Осраҡлы хәл буйынса, беренсе өсөһөндә ҡатынымдың, үҙемдең һәм ҡыҙымдың тыуған көндәре тура килде. Был - яҡшы билдә, тип уйланым һәм яңылышманым", - тип йылмая ул.
Егет призды аҡсалата алған. Ике йыл элек ул ҡатыны менән яңы фатир һатып алған. Отҡан аҡсаға Венер ипотеканың күпмелер өлөшөн ҡаплаясаҡ, ҡалғанына автомобилен яңыртасаҡ. Ул төҙөлөш фирмаһында монтажсы булып эшләй. Күптән түгел атай булыу бәхетенә ирешкән. 

фото: башинформ

kiziltan.ru

Фатир отҡан!
Фатир отҡан!
Автор:
Читайте нас