Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2022, 07:07

Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде

Байрамда оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүсе ғаилә парҙары бүләкләнде, төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо.

Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләндеСухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде
Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде

Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт hәм тоғролоҡ көнөнә, изге кенeз Петр менән уның ҡатыны Феврония Муромскийтарҙың ғаилә тоғролоғо, үҙ-ара мөхәббәт hәм ғаилә бәхете үрнәге иҫтәлегенә бағышланған «Мөхәббәт менән йылытылған ғаилә» тип  исемләнгән рус мәҙәниәте байрамы уҙҙы. Тәүге минуттарҙан уҡ майҙанда матур hәм һоҡландырғыс атмосфера урынлашты. Матур костюмнар кейгән артистар тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Ҡунаҡтар ауыл биләмәһе оҫталары күргәҙмәләрендә, мастер-класстарҙа ҡатнашты. Йәш быуын үҙҙәрен ысын сәнғәт оҫталары итеп тойҙы, талисман ҡурсаҡтар, кейеҙҙән байрам символы — ромашка яһаны, толом үреү буйынса мастер-класта ҡатнашты, өлкәндәр ҙә мауыҡтырғыс шөғөл янынан тыныс ҡына уҙып китмәне. Балалар өсөн күңле асыу спорт программаһы ойошторолдо. Байрам майҙансығында «Ғаилә көнө» фотозонаһында теләүселәр фотоға төштө.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Данилов, Бишбүләк районында «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Надежда Сидорова ҡатнашыусыларҙы йылы ҡотланы.
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына Каменка ауылынан Виктор Петрович менән Елена Петровна Грешняковтар ғаиләһе лайыҡ булды, улар 2022 йылдың 12 майында 52 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләп үтте. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, үҙҙәрен үрнәге менән мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң ерҙә иң мөһим икәнлеген раҫлаған пар. Каменка ауылы старостаһы Виктор Петрович «Хеҙмәт ветераны» исеменә эйә, Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины, «БР-ҙың төҙөлөүенә 100 йыл» миҙалы менән бүләкләнгән. Елена Петровна «Хеҙмәт ветераны» исеменә эйә, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. Грешняковтар ғаиләһе ғаилә ҡиммәттәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һаҡсыл ҡарай, мөнәсәттәренең ныҡлығын иҫбатлаған. Ирле-ҡатынлы Грешняковтар — өлгө алырлыҡ ғаилә hәм мөхәббәт, тоғролоҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек
hәм ғаилә бәхете өлгөһө.

Кирина Павлова.

Мәҡәләнең дауамын "Яҡты юлдан" гәзитенең 28-се һанында (15.07.2022) уҡый алаһығыҙ. 

Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде
Сухоречка ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде
Автор:
Читайте нас