+30 °С
Болотло


«Бөгөн яҡташыбыҙ Александр Доставаловҡа 59 йәш тулыр ине. Гвардия майоры, Рәсәй Геройы. Шундай кеше алдында баш эйәм. Уға 6-сы ротаға ярҙамға бармаҫҡа ла мөмкин ине... Үҙе ҡарар итеп, бер нисә егет менән десантсыларыбыҙға ярҙамға бара.
Икенсе башҡорт батальоны уның исемен йөрөтөүен ғәҙел һәм дөрөҫ тип иҫәпләйем. Ә беҙҙең доставаловсыларға – дошманды туҡмап, уларҙы еңеп, барыһының да ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Көтәбеҙ һәм ышанабыҙ!», – ти ул.