Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2022, 17:35

Өфөлә суд бинаһы янған

Утты һүндереүгә 39 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.  

Өфөлә суд бинаһы янғанӨфөлә суд бинаһы янған
Өфөлә суд бинаһы янған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфө ҡалаһының Гоголь урамындағы янғын тураһында хәбәр ителә. 

Ҡотҡарыусылар килгәндә Арбитраж суды бинаһының ҡыйығын ут ялмап алған була. Янғын һүндереүселәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә 12:03 сәғәткә 20 квадрат метр майҙандағы янғын ҡамауға алына, ә 13:52 сәғәттә тулыһынса һүндерелә. Утты һүндереүгә 39 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын бүлексәләре килгәнгә тиклем өс кеше эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: @mchsrb.

https://bashgazet.ru

Өфөлә суд бинаһы янған
Өфөлә суд бинаһы янған
Автор:
Читайте нас