Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2022, 07:18

Магазин хужаһы наркотик менән тотолған

Полицейскийҙар уны "закладка" йәшергән ваҡытта ҡулға алғандар.

Магазин хужаһы наркотик менән тотолғанМагазин хужаһы наркотик менән тотолған
Магазин хужаһы наркотик менән тотолған

Өфөлә полицейскийҙар Сәғит Агиш урамы яҡлап урманда наркотиктар йәшереп тороусы 34 йәшлек ирҙе тотҡан.

«Мәк» операцияһы ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре урман ҡырҙарын тикшереп йөрөгән ваҡытта шикле бер кешене күреп ҡалғандар. Ир бер ағас тирәһендә тирә-яғына ҡарана-ҡарана ерҙә соҡонған һәм шул урынды фотоға төшөргән. Унан һуң, шәп-шәп атлап, машинаһына киткән. Ә тимер аты янында инде уны полицейскийҙар ҡаршы алған. Үҙе менән уның наркотик һалынған тағын 13 пакеты барлығы асыҡланған.

Был ҡырын эше менән тотолған 34 йәшлек ир техника магазины директоры булып эшләй икән, ә буш ваҡытында еңел аҡсаға ҡыҙығып, «закладка» ҡуйып йөрөгән. Уның өйөндә тыйылған матдәләр менән тағын 40 пакет табылған.

Ир башта наркотиктар таратҡанын йәшерергә тырышҡан, үҙем ҡулланам, тигән, тик һуңынан һатыу иткәнен таныған.

Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

omet-rb.com

Магазин хужаһы наркотик менән тотолған
Магазин хужаһы наркотик менән тотолған
Автор:
Читайте нас