Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2022, 10:37

Башҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтелә

Алдағы өс көндә эҫелек бер аҙ һүреләсәк.

Башҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтеләБашҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтелә
Башҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтелә

Синоптиктар фаразы буйынса, шишәмбе, 19 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшенле ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр яуасаҡ. Ел көнсығыштан, көндөҙ көсәйәсәк. Һауа температураһы +25, +30 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк, көньяҡ райондарҙа +35 градусҡа ҡәҙәр йылы була.

Шаршамбы, 20 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшенле ямғыр көтөлә, төндә айырым көнсығыш райондарҙа ямғыр, боҙ яуыуы ихтимал. Республиканың көнбайыш өлөшөндә талғын ел иҫәсәк, йәшен ваҡытында ел көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә +13, +18, көндөҙ +21, +26 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк.

Кесе йома, 21 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшенле ямғырҙар уҙасаҡ. Көнбайыш райондарҙа уртаса тиҙлектә ел иҫәсәк, йәшен ваҡытында көслө ел көтөлә. Һауа температураһы төндә + 11, +16, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа +6, көндөҙ +21, +26.

Тотороҡһоҙ һауа шарттары ваҡытында бәла-ҡазаларҙан һаҡ булығыҙ!

Фото: РБның Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты

Башинформ. 

Башҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтелә
Башҡортостанда йәшен, боҙ, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтелә
Автор:
Читайте нас