Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2022, 11:27

Быныһы бигерәк тә хәүефле

“Омикрон”дың Һиндостанда табылған яңы – “кентавр” штаммы башҡа төрҙәренә ҡарағанда айырыуса ҡурҡыныс тыуҙыра.

Быныһы бигерәк тә хәүефлеБыныһы бигерәк тә хәүефле
Быныһы бигерәк тә хәүефле

 

Омикрондың башҡа төрҙәренән хәтәрерәк штаммы асыҡланған. Белгестәр уны ҡыҙамыҡҡа (ҡыҙылса) оҡшата.

— Хәҙер Рәсәйҙә “омикрон”дың ВА.4 һәм ВА5 төрҙәре өҫтөнлөк итә башланы. Улар ковидтың башҡа төрҙәрен әкренләп кенә ҡыҫырыҡлап сығара. Былары тиҙерәк тарала ла. Ә инде Һиндостанда табылған BA.2.75 (сит илдә уға “кентавр” тип исем биргәндәр) штаммының таралыу индексы тағын да ҙурыраҡ – 12 самаһы. Ҡыҙамыҡтыҡына (14) яҡын тип әйтергә мөмкин. “Кентавр”ҙың Рәсәйгә “килеп етеүенә” шик юҡ, – тип белдергән “Ura. ru” хәбәрсеһенә медицина фәндәре докторы Сергей Токарев.

baltachtan.ru

Автор:
Читайте нас