Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2022, 09:48

Джефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләй

ММА һуғышсыһы, “Снеговик” ҡушаматлы донъя чемпионы Джефф Монсондың ниәте ҙур.

Джефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләйДжефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләй
Джефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләй

Ул, Америкаға ҡатймайынса, беҙҙә, йәғни Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 100-ҙән ашыу спорт мәктәбе асасаҡ.

“Известия” гәзитенә һөйләүенсә, Монсон ҙур пландар менән янып йәшәй. Америкалағы өс балаһын һағынһа ла, бында ла уның ғаиләһе бар. “Минең тормошом – Рәсәй. Мин – рус кешеһе”, – тигән ул. СССР осорондағыса бушлай спорт секциялары, мәктәптәре асырға теләй.

Беләһегеҙме икән, уның Өфөлә джиу-джитсу (үҙе – донъя чемпионы) һәм грэпплинг буйынса мәктәбе эшләй (2021 йылда асылды). Джефф Монсон – БР Спорт көрәше федерацияһын вице-президенты.

ye102.ru

 

Джефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләй
Джефф Монсон спорт мәктәбе асырға ниәтләй
Автор:
Читайте нас