

“Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы” Бөтә Рәсәй акцияһының “Лидер булырға ваҡыт” конкурсының федераль этабына йомғаҡ яһалды.
“Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә ял итергә барасаҡ еңеүселәр иҫәбенә Башҡортостандан түбәндәге биш уҡыусы инде: Салауат ҡалаһының 24-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Виктория А., Өфө ҡалаһының М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицейының 8-се класс уҡыусыһы Вилена А., Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Наталья Ковшова исемендәге 155-се лицейының 8-се класс уҡыусыһы Богдан В., Дүртөйлө районы Исмаил урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Аделина К., Ейәнсура районы Таҙлар урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Карина К.
Балаларҙы 2022 йылдың 1 сентябренән 22-нә тиклем “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә өс аҙналыҡ ял көтә.
Белешмә өсөн: “Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы” акцияһы – халыҡ-ара социаль акция. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә сәләмәт туҡланыуға һәм әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуға ихтыяж булдырыу. Был йүнәлештәге эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Сығанаҡ һәм фото: education.bashkortostan.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru