Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2022, 14:25

Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?

Төрлө ерҙә ял итеүселәр, ғәҙәттә, туғандарына, дуҫ-иштәренә сувенирҙар алып ҡайтырға тырыша. Ысынында, үҙеңә лә, дуҫтарыңа ла алып ҡайтырға ярамай торған сувенирҙар исемлеге бар икән.

Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?
Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?
Магниттар. Ҡасандыр популяр магнит бүләк итеү традицияһы әкренләп үткәндә ҡала. Эш шунда ки, улар декор күҙлегенән ҡарағанда файҙаһыҙ булып сыҡты. Һыуытҡыстағы магниттар интерьерҙы боҙа, һәм бары тик эленеп, туҙан йыйып ултырасаҡ. Әгәр улар берәр төрлө фигура рәүешендә булһа, уларҙы таҙартыуы ауыр.

Яҙыулы майкалар. Сувенир магазиндарында иғтибарҙы йәлеп итә торған ябай булмаған һәм көлкөлө яҙыулы шаҡтай күп футболкалар һатыла. Улар курортта пляжға йөрөтөү өсөн яҡшы буласаҡ, тик бына ҡалала һеҙ уларҙы кейеп йөрөй алмайһығыҙ инде. Беренсенән, улар бик үк сифатлы булмаған материалдан эшләнгән, икенсенән, үтеп барыусылар был мәғәнәһеҙ яҙыуҙарҙы дөрөҫ аңламауы бар.

Статуэткалар. Сувенирҙар сифатында шулай уҡ дельфиндар, һыу инәһе һәм диңгеҙ хайуандары формаһында төрлө статуэткалар менән дә хәл магниттар менән кеүек үк. Улар һәр интерьерға килешмәй, һәм иң яҡшы осраҡта ҡайҙа ла булһа шкафта туҙан йыйып ултырасаҡ. Йәки уны ташлаясаҡтар йәиһә кеше күрмәй торған ергә ҡуясаҡтар.

Милли кейем. Элек туристар йыш ҡына көнсығыш илдәренән милли кейемдәр
 алып ҡайта ине, ул да унан һуң шаҡтай ваҡыт шкафта ята, ә аҙаҡтан уны сүп һауытына ташлайҙар. Сувенир магазинында һеҙ иң яҡшы осраҡта ла бер тапҡыр ҙа кейеп булмай торған сифатһыҙ материалдарҙан тегелгән милли кейем һатып аласаҡһығыҙ, тип яҙа “Рамблер”.

Фото: set-travel.com
https://kiziltan.ru

 

Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?
Ялдан ниндәй сувенирҙар алып ҡайтырга ярамай?
Автор:
Читайте нас