

Ғалимдар аңлатыуынса, бындай хәл кукурбитацин тигән матдәгә бәйле икән. Аҙ миҡдарҙа ул һиҙелмәй, ә инде күберәк йыйылһа, бөтә ҡыярығыҙ ташларлыҡ ҡына буласаҡ.
Кукурбитацин дымлылыҡ, ҡояш нуры һәм ашлама етмәгәндә, шулай уҡ артыҡ һыуыҡ, йәки артыҡ эҫе булғанда йыйыла. Бик эҫе көндәрҙә ҡоро түтәлдә үҫкән ҡыярҙар айырыуса әсе буласаҡ. Әммә һыу һибеүҙе лә кәрәгенән арттырып ебәрергә ярамай, һаҙлыҡ эсендә ултырһа, үҫемлек үләсәк.
Ҡыярға бары тик ҡояшта йылынған һыу ғына һибергә ярай. Уныһын да аҙ-аҙлап, даими рәүештә көнө буйына һибегеҙ. Ҡояшлы көндә ҡыяр япрағына һыу теймәҫкә тейеш, юҡһа яныуы бар.
Ҡыяр ҙур һәм итләс булып үҫһен өсөн һыу һипкән һайын ерҙе йомшартырга кәрәк. Әгәр ҙә төбө ҡаты булһа, ҡыярығыҙға дым һәм һауа етмәйәсәк.
Бик эҫе көндә һыу һипкәндән һуң ҡыяр төбөнә ҡоро балсыҡ һибеп ҡуйһағыҙ яҡшы булыр. Ҡоро балсыҡ тамырҙарҙы кәрәгенән артыҡ ҡыҙып китеүҙән һаҡлар.
Азот етмәгәндә ҡыяр япраҡтары һарғая, ә ҡыяр үҙе ослайып ҡала. Калий етмәһә, ҡыярҙарҙың аҫҡы өлөшө киңәйеп китә, япраҡтарында һары һырҙар барлыҡҡа килә.
Фото: proroslo.ru
https://kiziltan.ru