

10 литр йылымыс һыуға 0,5 сәй ҡашығынан күберәк итеп бор кислотаһын (айырым һауытта ҡайнар һыуҙа эретеп ҡушаһың), 10 тамсы йод, 1 литр һөт һалып болғатаһың. Ошо ҡатнашманы һиптергес менән помидор үҫентеләренә япрактары, сәскәләре, һабағы еүешләнерлек итеп, һиптереп сығаһың. Былай эшләү,беренсенән, уңышты арттырһа, икенсенән, фитофтор менән ауырыу ҡурҡынысын кәметә (ҡарайыу, сереү).
Бор кислотаһы етмәгәндә помидорҙарҙың япрағы шыйыҡ йәшел төҫтә була, бөтәрләнеп тә тора. Бор кислотаһы помидорҙарҙың тәмен дә баллата. Был ҡатнашманы өс тапҡыр һипһәң һәйбәт инде: 1) сәскәгә бөрөләнгәндә; 2) күпләп сәскә атҡанда; 3) помидорҙар бешә башлағас. Помидорҙан мул уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ!