Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2022, 04:47

«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя

21-24 июлдә Йылайыр районында республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында «Аҫылташ-2022» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумы уҙа. 

«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя
«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя

Дүрт көнгә ҡатнашыусылар үҙ үҫеше һәм ижады мөхитенә сумасаҡ: «Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу» панель дискуссияһын, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, төрлө һөнәр вәкилдәре менән дискуссия үткәреү планлаштырылған.

"Аҫылташ-2022" өс йүнәлеш буйынса эшләйәсәк: 1) Арт-майҙансыҡ; 2) Карьера үҫеше; 3) Йәш лидер майҙансығы.

Шулай уҡ форумда "этно-көн" буласаҡ. Был көн төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре,  яндан уҡ атыу, этно-йәрминкә һ.б. ойошторола. 

Ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын тәҡдим итеп, уны яҡлағас, 10 меңдән 30 меңгә тиклем грант отоу, консультация, башҡа төрлө ярҙам алыу мөмкинлеге бар.

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir

 

«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя
«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя
«Аҫылташ-2022» юбилей форумы йәштәрҙе йыя
Автор:
Читайте нас