

29-64 йәшлек рэкетирҙар уларҙан айына ике меңдән алып 60 мең һумға тиклем аҡса талап алып йөрөгән. Түләүҙән баш тартҡан осраҡта физик үс алыу, бизнестарын юҡҡа сығарыу менән янағандар.
Банданың законһыҙ эшмәкәрлеге буйынса енәйәт эше асылып, улар суд алдында яуап тотасаҡ.
Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, тәфтиш версияһы буйынса, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙән законһыҙ рәүештә даими аҡса алыу өсөн ғәйепләнеүселәрҙең береһе енәйәти төркөм ойоштороп, шунда өс кешене йәлеп иткән. Уларҙың эшҡыуарҙарҙан 14 миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса алғаны билдәле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.