

Беҙҙең өсөн коммуналь уңайлыҡтар күптән инде ғәҙәти хәл, hәм беҙ ҡайһы берҙә ҙур тармаҡлы коммуналь хужалыҡтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү өсөн ни ҡәҙәр хеҙмәт һалырға кәрәк икәнлеге тураһында уйламайбыҙ ҙа. Дәүләкән ҡалаһында «БР тораҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында hөнәре буйынса иң яҡшы белгес» тип аталған hөнәри оҫталыҡ конкурсы булды. Конкурс Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжы филиалы территорияһында үтте. Башта конкурсанттарға парта артына ултырып, теоретик белемдәрҙе баһалаусы комиссия алдында имтихан тоторға тура килде. Практик эште үтәгәндә инде улар үҙҙәрен ысынлап күрһәтә алды. Ярыштар барышында конкурсанттарҙың теоретик әҙерлеге hәм практик күнекмәләр дәрәжәһе генә түгел, ә эштең технологияһы hәм сифаты, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен hәм нормаларын үтәү, шулай уҡ бирелгән заданиеларҙы үтәү ваҡыты ла баһаланды. Был hөнәри оҫталыҡ ярышында беҙҙең район исеменән «Тепловик» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең мобиль hәм берҙәм коллективтарын һынатманы. Тракторсы-машинистар араһында беренсе урынды Роберт Солтанов алды, электриктар араһында көсөргәнешле көрәштә Петр Пасхинға өсөнсө урын бирелде. Уларға ойоштороусылар Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Хәҙер зона ярыштарында еңеүселәрҙе «Һөнәре буйынса иң яҡшы» исеме өсөн республика ярыштары көтә.
Владимир СМОЛОВ.
Фотола Петр Пасхин конкурс эшен башҡара.