Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2022, 10:48

Йәш белгестәргә - фатир

Башҡортостанда «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә найм килешеүе буйынса йорттар төҙөү һөҙөмтәһендә ауылда йәшәүсе 21 ғаилә өй туйлаясаҡ.  

Йәш белгестәргә - фатирЙәш белгестәргә - фатир
Йәш белгестәргә - фатир

Был йүнәлешкә ағымдағы йылда 109 миллион һумға яҡын дәүләт ярҙамы бүлеп бирелгән.
- Ауыл халҡына найм килешеүе буйынса тораҡ төҙөү - был сағыштырмаса яңы йүнәлеш, ул төбәктә ауылда тормош сифатын яҡшыртыу өсөн дә, ауыл еренә белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн дә уңышлы ҡулланыла, - ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов. – Шуныһы мөһим: үҙ һөнәре буйынса 5 йыл эшләгәндән һуң, найм буйынса тораҡ алған кеше уны хаҡының - 10 процентына, ә 10 йылдан һуң бөтөнләй 1 процентына һатып алырға мөмкин.
Был хаҡта тулыраҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56715

kiziltan.ruс

 

 

Йәш белгестәргә - фатир
Йәш белгестәргә - фатир
Автор:
Читайте нас