Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2022, 14:23

Yз оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Беҙҙең райондың ашнаҡсылары Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Yз оҫталыҡтарын күрһәттеләрYз оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Yз оҫталыҡтарын күрһәттеләр

18 июлдә Октябрьский ҡалаһында дөйөм белем биреү ойошмалары һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары ашнаҡсылар командалары араһында hөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсы булып үтте, унда район хакимиәтенең мәғариф бүлеге командаһы ла ҡатнашты. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Сауҙа hәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығы ойошторҙо. 

 — Беҙ был конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза биргәндә, ҡағиҙәләр буйынса видеоролик төшөрөргә тейеш инек, — ти мәғариф бүлеге технологы Гөлфиә Абдуллина. — Был үҙенә күрә өйгә эш ине, унда райондың мәктәп ашханаларында уҡыусыларҙың көндәлек иртәнге аштары нисек үтеүен һөйләнек hәм күрһәттек. Был заданиены яҡшы ғына башҡарып сығып, жюри тарафынан яҡшы баһа алдыҡ. Конкурстың финал этабына уҙыу өсөн Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбе ашнаҡсыһы Светлана Садыҡова, Баҙлыҡ урта мәктәбенән Ирина Кулякова hәм Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбе ашнаҡсыһы Айгөл Ғатауллина ҡатнашты. Ирекмән-ярҙамсы Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Фәйрүзә Ғәлиева булды. Беҙҙең ашнаҡсыларҙы бик етди һынауҙар көтә ине. Улар 30 заданиеға яҡшы яуап бирҙе, ә һуңынан конкурс шарттары буйынса ҡәтғи жюриҙың видеокамера объективы аҫтында бик оҙаҡ hәм тайпылышһыҙ рәүештә ит ризыҡтары, аш, салаттар hәм тәмле эсемлектәр әҙерләү процесын күрһәтте. Беҙҙең команданы жюри Рәхмәт хаты менән билдәләп үтте.

Беҙҙең ашнаҡсыларыбыҙ үҙ эштәренең оҫталары. Светлана Геннадьевна Садыҡова менән Айгөл Зәбир ҡыҙы Ғатауллина бер ай элек Сибайда уҙған «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйында ҡатнашты hәм йырсылар, бейеүселәр һәм артистарҙың ҙур командаһы составында Бишбүләк районының сыуаш ихатаһын тәҡдим итте. Улар бик тәмле сыуаш милли ризыҡтарын бешереп, икеһе лә әлеге ҙур hәм дәрәжәле сараның аш-һыу оҫталары hәм ашнаҡсылары араһында беренсе урынды яуланы. Улар махсус приздар hәм дипломдар менән бүләкләнде.

Владимир СМОЛОВ.

Гөлфиә АБДУЛЛИНА фотоһы.

Yз оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Yз оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Автор:
Читайте нас