

Һуғаннды ваҡытынан алда алһаң, ул формалашырға өлгөрмәй, шуға күрә төрлө ҡоротҡостар үтеп кереп, уңышҡа зыян килтерергә мөмкин. Ә һуңға ҡалһаң, һуғандың ҡабығы әрселә, тамыры үҫә, ә был оҙаҡ һаҡланмауға килтерә. Һуған йыйыу ваҡытын билдәләүе шаҡтай ябай. Уның һабаҡтары һарғая, кибә һәм түтәлгә ята башлай. Ғәҙәттә, һуғанды июль аҙағынан алып августың уртаһына ҡәҙәр алалар.
2. Математика ысулы менән дә һанап сығарырға мөмкин. Ултыртҡандан һуң, һуған 68-83 көндә өлгөрә. Шулай уҡ йәйҙең нисек килеүенә лә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр һыуыҡ булып, ямғырҙар йыш яуһа, һуғандың үҫеше оҙаҡҡараҡ һуҙыла, шуға күрә йыйып алыу ваҡыты ла күсерелә. Ләкин артыҡ һуңға ҡалырға ярамай, сөнки ямғырҙар ваҡытында яңы тамырҙар барлыҡҡа килергә мөмкин.
3. Һуғанды дөрөҫ йыйырға кәрәк. Уны ҡоро көндә алырға кәрәк булһа, бер аҙ көрәк менән ҡаҙып ебәрергә мөмкин. Йолҡоп алған һуғандың балсығын берүк ергә ҡаҡмағыҙ, уның башына зыян киләсәк. Һуғандарҙы ҡояшта әйләндерә-әйләндерә киптерергә. Һуңынан еләҫ урынға күсереп, бер нисә көн тоторға. Әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә, уларҙы түтәлдә кипкәнсе ҡалдырһаң да була. Был осраҡта төнгә өҫтенә берәр материал ябырға кәрәк.
Ҡыяҡ ҡалдыҡтарын өҙөргә ярамай, сөнки ундағы туҡлыҡлы матдәләр һуғандың өлгөрөп етеүенә ярҙам итә. Һуңынан төптәре зарарланған һуғандар араһынан эре һәм ныҡлыларын һайлап алырға ғына ҡала.
Һаҡларға ҡуйыр алдынан кипкән һуғандың тамырын һәм һабағын бер аҙ ҡалдырып киҫәләр. Һуғанды яҡынса 0 градуслы ҡоро бинала, башҡа йәшелсәләрҙән йырағыраҡ урында һаҡлайҙар.
Фото: botanichka.ru
https://kiziltan.ru