

1602 километр оҙонлоҡта Уралдың дүрт төбәге аша, 19 көн эсендә велосипедта!!! Был ысынбарлыҡ. Бындай сәйәхәтте "Демография" ил күләмендәге проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, Пермь крайының Лысьва ҡалаһында йәшәүсе Сергей Пойлов ҡылған.
Ул 3 июндә Көнгөр яғына таба юл алған. Пермь крайында, Башҡортостан Республикаһында, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә булып сыҡҡан. Башҡортостанда Сергейҙың юлы Асҡын районы аша уҙған.
- Асҡында беренсе тапҡыр булдым, - тип һөйләгән Сергей. - Был яҡтар бик оҡшаны. Барыһы ла шулай тыныс һәм матур. Ҡыҙғаныс, ямғырлы ине...
Сергей өсөнсө йыл туризмдың был төрө менән шөғөлләнә. Инде күп маршруттар буйынса йөрергә өлгөргән.
— Бик күп яңылыҡтар күрҙем, матурлыҡҡа һоҡландым. Иҫке сиркәүҙәр, монастырҙар, Изге урындар, Иҫке заводтар һәм плотиналар. Мәмерйәләр, тауҙар, йылғалар һәм күлдәр, урман һәм ҡырҙар, - тип Башҡортостан тураһында үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Сергей Пойлов.