Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2022, 19:02

Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?

Киләсәктә беҙ дәүләт түрәләренең бер һум сығымы тураһында ла белеп торасаҡбыҙ. Сөнки Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы коррупцияға ҡаршы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?
Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?

Властар чиновниктарҙың сығымдарын ҡәтғи контролләмәксе. Был иҫәпкә мәктәп директорҙары ла, баш табиптар ҙа, балалар баҡсалары мөдирҙәре лә инә. Дәүләт учреждениелары етәкселәре хатта алған кредиттары һәм уға түләүҙәр тураһында хәбәр итергә тейеш буласаҡ. Шулай уҡ етәкселәрҙең тормош юлдаштарының, бәлиғ булмаған балаларының сығымдары ла билдәле булырға тейеш.

Закон проекты махсус комиссия тарафынан хупланған. Яңылыҡ 200 меңдән ашыу кешегә ҡағыласаҡ. Рәсәйҙең статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, беҙҙең илдә шул сама дәүләт һәм муниципаль учреждение бар икән (2022 йылдың 1 апреленә ҡарата).

https://ye102.ru

Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?
Кеҫәһе "ҡалынмы" икән?
Автор:
Читайте нас