+30 °С
Болотло


Башҡортостандың дәүләт колледждарында белем алған һәләтле студенттар өсөн Республика Башлығының стипендияһы күләме 2300 һумдан 4900 һумға тиклем арттырылды. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Айбулат Хажин билдәләүенсә, стипендиялар һаны ла артҡан — әгәр улар 2021 йылда 107 булһа, 2022 йылда — 150.
«Стипендиялар 1 сентябрҙән түләнә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта 2022-2023 уҡыу йылына стипендияға дәғүә итеүгә асыҡ конкурс үткәрелә», — тип өҫтәне министр.
Фото: "Башинформ"дан.