

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йәнә бер ойошма – “СН-продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Повышение производительности труда и поддержка занятости”) ҡушылды.
“СН-продукт” йәмғиәте “Үҙебеҙҙеке” һәм “Ауылдағыса” сауҙа маркаһы аҫтында һөт ризыҡтары етештерә. Унда 110 хеҙмәткәр эшләй. Һөт эшкәртеү заводы 2010 йылда Благовар районында һөт ҡабул итеү пунктының сепаратор бүлексәһе нигеҙендә асыла. Әле унда 40-тан ашыу продукция төрө: һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек, май, йогурт, ҡатыҡ, ряженка һәм башҡалар етештерелә.
– Бөгөн Башҡортостандан 138 предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы производствола һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индерә. Шуларҙың бишәүһе һөт һәм һөт ризыҡтары сығара. Проектҡа яңы ҡушылған предприятиены тиҙҙән һаҡсыл етештереү алымдарына өйрәтә башлайҙар. Бындай технологияларҙы индереү һөҙөмтәһендә заводта күберәк продукция сығарыласаҡ, шул уҡ ваҡытта эшсе көсө, матди ресурстар, етештереү ҡеүәттәре һәм майҙандары аҙыраҡ сарыфланасаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Мәғлүм булыуынса, милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырғанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының методологик ярҙамынан бушлай файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/471160/
https://bashgazet.ru